Бөжәктәр сағыуы хәүефлеме?

Яҙ, йәй етеп, көндәр йылытыу менән   бөжәктәр ҙә әүҙемләшә. Улар беҙҙе урман-ҡырҙарҙа, йылға-күл буйҙарында ғына түгел, хатта өй эсендә лә һағалап тороуы ихтимал.  Бөжәктәрҙең тешләүе шуныһы менән хәүефле, ҡайһы бер кешеләрҙә уларҙың ағыуы аллергия тыуҙыра.

Бөжәктәр сағыуы хәүефлеме?Бөжәктәр сағыуы хәүефлеме?
Бөжәктәр сағыуы хәүефлеме?

 Серәкәй

 Улар май айында, һауа температураһы +20 градусҡа күтәрелгәс, һөжүм итә башлай.  Бигерәк тә һыу ятҡылыҡтары янында, ҡараңғы урмандарҙа,  күләгәле урындарҙа, подвалдарҙа күп була. Өйгә иһә асыҡ тәҙрәләрҙән, ишектән инә.  Серәкәй тешләүен күптәр шунда уҡ һиҙә.  Бөтәһе лә кешенең һиҙгерлегенән тора.  Уларҙың тешләүе әллә ни  ҡурҡыныс түгел. Тире бер аҙ ҡыҙарып, шешеп тора, ныҡ итеп ҡысыта. Балаларҙың тиреһе нескә булғанлыҡтан, уларҙа нығыраҡ беленә һәм оҙағыраҡ үтмәй тора.  

Ләпәкәй

 Бәләкәй генә 3 мм ҙурлығындағы ҡан эскес бөжәк.  Май аҙағында – июнь баштарында, ҡарағай сәскә атҡан ваҡытта әүҙемләшә.   Тәбиғәт ҡосағында күп. Көндөҙ генә тешләшә, ҡараңғы төшкәс йәшенә.   Ләпәкәй тешләгәндән һуң шулай уҡ тире диаметры 0,5 см булған ҡыҙыл тап барлыҡҡа килә, уртаһында ҡара нөктә булыуы ихтимал.   Бер аҙ ваҡыттан һуң ауыртыу барлыҡҡа килә һәм ныҡ итеп ҡысыта башлай.  Ләпәкәй тешләгән урын кеше тәнендә ике аҙнанан ғына үтеүе ихтимал.  Бик һирәк осраҡта көслө аллергия тыуҙыра. Уны дауалау өсөн халыҡ медицинаһы ысулдары ҡулланыла.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас