Монаколағы принцесса Грейс дауаханаһында эшләүсе профессор Найма Зарканэ һәм уның хеҙмәттәштәре был эсемлектең ниндәй хәлгә килтерәсәген 31 йәшлек ҡатын менән булған хәлдән һуң тикшерергә ҡарар иткән. Был ҡатын бик йыш аңын юғалтыуға зарланған, ҡанында калийҙың тейешле күләмдән бер ярым тапҡырға аҙыраҡ булыуы, йөрәк тибешенең әкренәйеүе асыҡланған. Ул 15 йәштән алып кока-кола эсемлегенә өҫтөнлөк биргән - көнөнә бары тик берәр сынаяҡ кофе һәм йәшел сәй эскән, башҡа ваҡытта тик әлеге татлы һыуҙы эскән.
Табибтар күҙәтеүе аҫтына алып, ауырыу ҡатынға кока-кола эсеүҙе туҡтатырға ҡушҡандар. Ике айҙан анализдар ҙа, йөрәк тибеше лә яйланған. Бынан тыш ул 12 кг артыҡ ауырлығын ташлаған, быуындар һыҙлауынан ҡотолған.
Шәкәр күләме артыҡ ҙур булған газды эсемлектәрҙе күпләп ҡулланыу йыл һайын 180 мең кешенең үлеменә сәбәпсе булыуы асыҡланған - уларҙы ҡулланыу һимертә, яман шеш, йөрәк-ҡан тамырҙары, шәкәр ауырыуына килтерә, бөйөрҙә таш туплана.