Учалы районының талантлы уҡытыусыһы Миңнур Байғарина ижадынан бер шәлкем

"Изге һөнәрле ижадсы" проекты тәҡдим итә:  

Учалы районының талантлы уҡытыусыһы Миңнур Байғарина ижадынан бер шәлкемУчалы районының талантлы уҡытыусыһы Миңнур Байғарина ижадынан бер шәлкем
Учалы районының талантлы уҡытыусыһы Миңнур Байғарина ижадынан бер шәлкем

Миңнур БАЙҒАРИНА 1961 йылдың 6 ноябрендә Наурыҙ ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт педагогия институтының филология факультетын тамамлағас, балалар баҡсаһында тәрбиәсе, мәктәптә өҫтәлмә белем биреү педагогы булып эшләй. Оҙаҡ йылдар ҡатын-ҡыҙҙар советын, “Науырҙа йәшмәләре” ағинәйҙәр ойошмаһын етәкләй. Ике китап авторы.

 

Ҡышҡы йәйғор
Ҡыш тантана иткән мәлдә,
Нурға күмеп тирә-йүнде,
Ете төҫө менән балҡып,
Ерәнатҡа* йәйғор ҡунды.
Ҡышҡы йәйғор, ҡышҡы йәйғор –
Шатлыҡ-һағыш ҡатыш балҡыш.
Ап-аҡ күккә, ап-аҡ ергә
Ете төҫтән сағыу нағыш!
Был нағыштан сал Ерәнат
Бейегерәк, ғорур, көслө!
Ҡышҡы йәйғор, олоғайғас,
Өтөп алған һөйөү төҫлө.
Йәйғор көлә салт иртәлә,
Көмөшләнә сал сикәләр.

* Ерәнат - тау.

 

Яҙғы иртә
Зыңлап торған яҙғы иртә,
Тын ғына ҡояш ҡалҡа.
Бер тауыш юҡ, тумыртҡаның
Тыҡылдауынан башҡа.
Шундай һиллек, саф һалҡынлыҡ,
Гәлсәрҙәй сыңлай һауа,
Күктән нурҙарға төрөлөп,
Илаһи бер моң яуа.
Ҡыр ҡаҙҙары тыуған ергә
Йөрәкһеп сәләм бирә.
Был ауаздан тетрәп китә
Бөтөн әйләнә-тирә.
Был ауаз күңелгә үтеп,
Йөрәкте сыға айҡап.
Ҡыр ҡаҙҙары ҡайтып килә,
Тыуған ерҙәрҙе байҡап.
...Иртә яҙҙың иркәләнеп,
Көнгә яғылған сағы.
Еремә сикһеҙ һөйөүгә
Көйләнгән күңел сазым.

 

*   *   *

Май ҡояшына иҙерәп,
Ерҙең йәшәргән сағы:
Йәшел төҫтөң тиҫтәләрсә
Тонында тирә-яғым.
Ҡайындарҙың ыуыҙ ғына
Япрағы асыҡ-йәшел,
Күкһел-йәшел бәпкә-үлән
Уйната ысыҡ йәшен.
Ҡарағусҡыл ғына йәшел
Ҡарағайҙың энәһе,
Һарғылт йәшел генә төҫтә
Талдың көсөккенәһе.
Тауҙар, һалдат шинелендәй,
Һорғолт йәшел бер төҫтә,
Зөмрәт йәшел булып ята
Ужым баҫыуы ситтә.
Тондарҙы тоноғайтҡандай
Ерҙән йүгергән һағым.
...Май ҡояшына иҙерәп,
Йәшәрә тыуған яғым.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас