Сибайҙар Өфө тамашасыларына мюзикл алып килә

Ул Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Илшат Яхиндың яҡты иҫтәлегенә арнала.  

Сибайҙар Өфө тамашасыларына мюзикл алып киләСибайҙар Өфө тамашасыларына мюзикл алып килә
Сибайҙар Өфө тамашасыларына мюзикл алып килә

Баш ҡала тамашасыларын Сибай концерт-театр берекмәһе “Серле мираҫ” мюзиклы менән һөйөндөрмәксе. 14 май, “Башҡортостан” дәүләт концерт залында үтәсәк тамашаға рәхим итегеҙ!
Мюзиклда быуындар бәйләнеше, экологик мәсьәләләр, йәштәрҙе дөрөҫ тәрбиәләү, тел, мәҙәниәт кеүек кеүек бөгөнгө көндә бик актуаль булған донъяуи темалар күтәрелә. Яңы алымдар, үҙенсәлекле асыштар, яңы тауыштар менән барған программаны тамашасылар яратып ҡабул итте. Теманың көнүҙәклеге, сәхнә биҙәлеше, 3D проекция, уңышлы хореография, костюмдарҙың төрлөлөгө – быларҙың барыһы ла тамашаны яңы кимәлгә күтәрә.
“Серле мираҫ” – “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Кесе Ватан мәҙәниәте” федераль программаһы гранты ярҙамында сәхнәгә сығарылды. Режиссеры – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сулпан Асҡарова, сәхнә биҙәлеше рәссамы – “Алтын битлек” Бөтә Рәсәй милли театр премияһы лауреаты Альберт Нестеров, сценарий авторы – Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат хеҙмәткәре Миләүшә Ҡаһарманова, композиторы - Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Илшат Яхин. Тамашала Сибай концерт-театр берекмәһенең талантлы артистары ҡатнаша.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас