Мәскәү өлкәһенең Балашиха ҡалаһында булған хәл. Бер ҡатынға ҡарата “Ҡоллоҡ хеҙмәтен ҡулланыу” буйынса енәйәт эше асылған (УК РФ 127.2-се статья)
Тикшереү күрһәтеүенсә, ҡатын биш ирҙе һәм бер ҡатынды фатирында законһыҙ рәүештә ирекһеҙләп тотҡан. Уларҙың документтарын, телефондарын алған. Етмәһә, туҡмаған, йәберләгән. Ә тотҡондар кеше күп ерҙә хәйер һорарға тейеш булған. Нимәһе аптырата – был кешеләр Белоруссиянан килгән икән. Тентеү барышында фатирҙа ярҙам һорап яҙылған табличкалар ҙа табылған. “Аҡыллыбаш” хужабикәнең ҡолдары көн һайын 5000 – 10 000 һум аҡса тапҡан. Билдәле инде, бер тинен дә үҙҙәре ала алмаған.
Ниндәй генә хәлдәр юҡ был донъяла...