Оло байрам - Еңеү көнөн
Илгенәбеҙ ихлас ҡаршылай.
Тарих биттәренә, халҡым йөрәгенә
Яҙылғанды һис кем онотмай.
Онотолмай ерҙә бер нәмә лә,
Берҙәй ауыр булған халҡыма.
Шуға ла бит һәр таң, һәр сәғәттә
Теләк яуа еңеү хаҡына.
Изге күңелле лә кешеләрҙең
Мәрхәмәтен үлсәп бөткөһөҙ.
Тилбер ҡулдар ҡылған мөғжизәләр,
Бәйләй, үрә - теләк үлемһеҙ.
Халҡым бөйөклөгө еңеү даулай
Кисә, бөгөн һәм дә иртәгә.
Ҡулға-ҡул тотоноп алға атлай
Дуҫ милләттәр һәр бер ерҙә лә.
Рәзилә ҠОТЛОГИЛДИНА, Мәләүез ҡалаһы.