

Тантаналы сараны ауылдың мәрхүм булған Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына аят бағышлауҙан башланылар. Һуңынан мәктәп уҡыусылары ветерандарҙың портреттарын тотоп ауыл урамдары буйлап үтте. Уларға кескәйҙәр һәм ауыл халҡы ла ҡушылды. Байрам сараһын артабан Бөйөк Еңеүгә арналған шиғырҙар, йырҙар биҙәне. Еңеү вальсы ла байрамға йәм өҫтәне. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға арналған обелискка сәскәләр һалып, иҫтәлеккә фотоға ла төштөләр. Иң һуңынан иһә сарала ҡатнашыусы һәр кем һалдат бутҡаһынан ауыҙ итте. Бөйөк Еңеү һәм яҡты тормош бүләк иткән ата-бабаларын онотмай сәйғәфәрҙәр. Ошондай матур сараны ойоштороусыларға ауылдаштары ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерә.