Бар йөрәктән...

Ҡанлы яуҙан ҡайтмай ҡалған ирҙәр Әйтерһең дә, ергә аумаған. Ул һалдаттар аҡ торналар булып, Осоп киткән зәңгәр һауаға...

Бар йөрәктән...Бар йөрәктән...
Бар йөрәктән...

Әле һаман ошо яугирҙарҙың
Тауыштары килә алыҫтан.
Юҡҡамы ни һауаларға ҡарап,
Күңелебеҙ тула һағышҡа...

Ҡанаттары талып, ҡош сылбыры
Оса таңда, оса кисен дә.
Шул сылбырҙа кескәй буш урын бар,
Ул буш урын минең өсөндөр!

Бер көн мин дә торна сылбырында
Юғалырмын инеп томанға.
Йәнем иңрәр моңһоу бер ҡош һымаҡ,
Ерҙәгеләр ғәзиз булғанға...

Ян Френкель көйө, Рәсүл Ғамзатов һүҙҙәре.

Видео: асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Фото: автор.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас