Көлөп алайыҡ әле!

Магазинда ике әхирәт һөйләшә. – Һин нисек уйлайһың, ниндәй открытка алайым икән: «Минең ҡуянҡайыма» әллә «Минең бесәйемә» тигәненме? – ти береһе. – Нимә хөрмәтенә һуң? – Эй, иртәгә минең кәзә тәкәһенең тыуған көнө бит. Көләмәстәрҙе сайтҡа инеп уҡығыҙ.

Көлөп алайыҡ әле!Көлөп алайыҡ әле!
Көлөп алайыҡ әле!


* * *
– Әйтегеҙ әле, костюмығыҙҙы ҡайҙа тектерҙегеҙ?
– Парижда.
– Ул Одессанан алыҫмы?
– 10 мең саҡрым.
– Ҡара һин уны, ниндәй төпкөлдә, ә нисек тегәләр!
* * *
Радиола тура эфирҙы ди-джей алып бара. Таңғы сәғәт алты. Телефон шылтырай. 
– Алло, был радиомы? 
– Эйе, мин һеҙҙе тыңлайым.
– Туғанҡайым, радиоғыҙҙың тауышын бер аҙ ябығыҙсы. Бер нисек тә йоҡлап китә алмайым.
– Ха-ха! Ә ниндәй проблема? Үҙегеҙҙең радиоғыҙҙы ябығыҙ.
– Эй, мин үҙемдекен яптым да ул, тик бына күршеләрҙеке бөтә фатир­ға яңғырай.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас