Әле 43 муниципалитетта барлығы 79 парк һәм скверҙа эш бара. Ҡалған объекттарҙа 10 майҙан һуң башлана. Биләмәләрҙе яңыртыу 30 октябргәсә тамамланырға тейеш.
Бынан тыш, 1 июнгә тиклем Бөтә Рәсәй уңайлы ҡала мөхите булдырыу буйынса иң яҡшы проекттар конкурсында (2022 йылғы) еңеүсе биш проектты ғәмәлгә ашырыу тамамланасаҡ. Ә быйыл 2023 йылда еңгән ике проект буйынса эшкә тотонасаҡтар. Объекттар Баймаҡта һәм Ишембай районының Верхотор ауылында урынлашҡан.
Фото: Министерство жилищно-коммунального хозяйства Республики Башкортостан.