Ветеранға - 100 йәш!

Балтас районының Штәнде ауылынан Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Әхүәт Ғәбделхаҡ улы Ғәбделхаҡовҡа  100 йәш тулған. Бер быуатлыҡ юбилейы һәм Еңеү көнө менән уны Балтас районы хакимиәте ҡотлаған. 

Ветеранға - 100 йәш!Ветеранға - 100 йәш!
Ветеранға - 100 йәш!

"100 йыл!

Бөгөн хөрмәтле Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Әхүәт Ғәбделхаҡ улы Ғәбделхаҡов бер быуатлыҡ юбилейын билдәләй! Ул 18 йәше тулыу менән һуғышҡа алына. Миллионлаған совет гражданы кеүек үк, быуындары нығынмаған  егеткә лә һуғыш ауырлыҡтарын үҙендә татырға тура килә. Сталинград, Орел-Курск һуғыштарында элемтәсе, һуңынан разведчик булып ҡатнаша, Харьковты, Кировоградты азат итә. Ауыр һуғыш яралары алыуына  ҡарамаҫтан, 1944 йылда демобилизацияланғандан һуң, бөтә көсөн тыуған колхозын тергеҙеүгә һала, һуңынан хеҙмәт юлын Штәнде мәктәбендә уҡытыусы булып дауам итә. Дан ордены, Ватан һуғышы ордены, "Германияны еңгән өсөн”, Г.К. Жуков миҙалдры һәми наградаменән бүләкләнгән",- тип яҙа социаль селтәрҙә Балтас районы хакимиәте башлығы Илгиз Субушев.

 

 

Фото: Балтас районы хакимиәте.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас