Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Май 2024, 08:30

Көлөп алайыҡ әле!

Йәкшәмбе. Һалдаттар ял итеп ултыра, телевизор ҡарай. Старшина ниндәйҙер эш менән сығып киткән. Рота буйынса дежурҙың кеҫә телефоны шылтырай. – Тыңлайым, иптәш прапорщик! – Барабансылар роталамы? – Эйе. – Уларҙы тиҙ генә плацҡа ҡыуып сығар, барабандарын бар көсөнә ҡаҡһындар. – Ниңә, бөгөн ял көнө лә баһа? – Ҡушҡанды эшлә! Мин урманда аҙаштым. Барабан тауышына сығам.       Көләмәстәр сайтта.

Көлөп алайыҡ әле!
Көлөп алайыҡ әле!

Төн. Кухня. Һыуытҡыстан аҙыҡ- түлек тейәп, сысҡан килеп сыға һәм аяғы менән кибеп бөткән бәләкәй генә сыр ҡуйылған ҡапҡанды ситкә тибеп:

– Уф, аптырайым, хужалар бала- саға кеүек был тиклем дә бер ҡатлы булыр икән?!

*** 

Ике дуҫ һөйләшә.

- Машинаңды бәрҙергәнһең икән…

- Эйе. Аҡса килтерә торған бетеү бүләк иткәйнеләр. Уны машинамдың алға тәҙрәһенә элеп ҡуйҙым. Икесе көндө автомобилем өҫтөнә инкассаторҙар машинаһы килеп менде…

***

 Яңы ғына машина йөрөтөүгә таныҡлыҡ алған ҡыҙы, әсәһен ултыртып, өйҙәренә алып ҡайтҡас, әсәй кеше машинанан сыға ла:

- Ҙур рәхмәт һиңә, - ти.

- Ярай, - ти ҡыҙы, шатланып.

- Һиңә түгел, Аллаһы Тәғәләгә әйттем…

Автор: Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас