Бер районда 400 маскировка селтәре үргәндәр!

Уларҙың дөйөм майҙаны ете мең квадрат метр тәшкил итә. Бөгөн бындай селтәрҙәрҙең яуҙа нисек кәрәклеген һәр кем аңлайҙыр.

Бер районда 400 маскировка селтәре үргәндәр!Бер районда 400 маскировка селтәре үргәндәр!
Бер районда 400 маскировка селтәре үргәндәр!

Архангел районы уңғандарының яҡташтарыбыҙға ярҙамы был. БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, эшҡыуар, МХО-ға даими ярҙам йыйып алып барыусы, гәзитебеҙ редколлегияһы ағзаһы Тимерғәли Ураҙғолов социаль селтәрҙә яҙыуынса, маскировка селтәрен башлыса яугир әсәләре, ҡатындары, туғандары, ғөмүмән, битараф булмаған һәр кем үрә. Ир-егеттәр станок, стойкалар яһап биргән.

Архангел волонтерҙары Өфөгә барып, махсус уҡып та ҡайтҡан - хәҙер улар селтәрҙе ыһ та итмәй үреп ҡуя. "Районда 10 цех эшләй", - тип яҙған Тимерғәли Ураҙғолов.

Донъялар тынысланһын! Яугирҙар тыуған яҡтарына имен-аман әйләнеп ҡайтһын!

Фото: Тимергали Уразгулов (vk.com)

Бер районда 400 маскировка селтәре үргәндәр!
Бер районда 400 маскировка селтәре үргәндәр!
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас