Серәкәй ыҙалатмаһын өсөн

Һеҙ ҙә серәкәйҙең тешләүенә түҙмәйһегеҙме?   Безелдәктәр эргәгеҙгә килмәһен тиһәгеҙ...

Серәкәй ыҙалатмаһын өсөнСерәкәй ыҙалатмаһын өсөн
Серәкәй ыҙалатмаһын өсөн

 

 Серәкәй камфара, бесәй үләне (валерьяна) еҫен, ҡәнәфер, базилик, әнис, эвкалиптлы эфир майҙарын  яратмай. Бер стакан һыуға 5 – 10 тамсы ошо еҫле майҙарҙы һалып, газ плитәһенә ҡайнатырға ҡуйһағыҙ, еҫенән ҡурҡырҙар.

 Миләш, муйыл япраҡтарын ышҡыһағыҙ ҙа, ҡанэскес  һеҙҙе урап үтер. Шулай уҡ аш һеркәһе еҫен дә яратмай.

 Урманда булғанда утта артыш яндырығыҙ.

 Әрем тамыры менән йыуынһағыҙ ҙа, серәкәй ҙә, ләпәк тә килмәҫ.

 

 

Фото: korenovsk-rc.ru

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас