Таиландта булған хәл. Бер көндө 59 йәшлек бай эшҡыуар француз ханымы яман шеш менән ауырығанын белеп ҡалған. Күп уйлап тормаҫтан, ул үҙенең йәнен ҡыйған. Бынан алда бер изгелек ҡылып өлгөргән шулай ҙа: горничная булып эшләгән 49 йәшлек хеҙмәткәренә виллаһын, ҙур ер участкаһын, машинаһын, ҡулаҡса һәм башҡа активтарын ҡалдырыу тураһында документ төҙөтөп, ҡултамға ҡуйған. Эшсеһенән дә яҡын кешеһе булмағандыр шул...
Француженкала 17 йыл бил бөккән Натвалаи Пхупонгт бер мәлдә миллионершаға әйләнгән.
Беҙҙә шундай йомарт байҙар бармы икән?