Миңзәлә ҒАЙСИНА-МОҒАТАВАРОВА 1955 йылдың 13 июнендә Яңы Ҡара ауылында тыуған. Уҡытыусылар династияһынан. 1976 йылда Бәләбәй педагогия училищеһын тамамлап, тыуған ауылында хеҙмәт юлын башлай. Артабан Бөрө дәүләт педагогия институтының физика-математика факультетын тамамлай. 35 йыл уҡытыусы булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡты.
Бирешмәйек ҡартлыҡҡа
Ҡартлыҡ – шатлыҡ түгел, тейеп
Бик тә белеп әйткәндәр.
Иртән тороп ҡуҙғалғанда
Ауырта бөтөн тәндәр.
Теҙ-быуындар шарт-шорт килә,
Ебәрмәй бит бына бил!
Беләк һыҙлай, йөрәк сәнсә,
Ҡартлыҡ килә, шуна бел!
Ниңә бирешеп торорға,
Ҡартлыҡ килә беҙгә, тип?
Уға ҡаршы торорлоҡ көс
Беҙҙең үҙебеҙҙә бит!
Тәндәребеҙ ауыртһа ла,
Ҡартайһа ла йөҙөбөҙ,
Йөрәктәр бит һис ҡартаймай,
Йәп-йәш әле күңелебеҙ!
Һау-сәләмәт, бәхет менән
Шатлыҡтарға төрөнөп,
Балаларға терәк булып,
Йәшәйексе һөйөнөп!
Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!
Сәләм бирәм, эй яҡташтар,
Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!
Туғандарым, ҡан-ҡәрҙәштәр
Һәм барлыҡ һабаҡташтар!
Бөгөн беҙ бергә йыйылдыҡ:
Бөгөн беҙҙә ҙур байрам.
Шатлыҡ эсебеҙгә һыймай,
Мин быны яҡшы беләм.
Тыуған яҡ, таныш һуҡмаҡтар
Үҙенә тарта бит ул.
Һыуын эсеп үҫкән ерҙәр
Күңелгә яҡын бит ул.
Сит ерҙәрҙә йәшәгәндәр
Һағыналыр ауылды.
Саҡыра бит тыуған ерҙәр,
Ҡайтығыҙ һеҙ һәр йылды.
Онотмағыҙ ауылдарҙы,
Һәр саҡ ҡайтып йөрөгөҙ!
Ҡолас йәйеп ҡаршы алыр
Һеҙҙе тыуған ерегеҙ...
Төрлө кеше
Бар донъяла төрлө кеше:
Берһе – көсһөҙ, берһе – көслө.
Берһе – шаян, шат күңелле,
Берһе – уйсан, тәрән хисле.
Бар донъяла төрлө кеше –
Ғәйбәт һатып көн итеүсе,
Яҡшылыҡты күрә белмәй,
Һәр нәмәнән кер күреүсе.
Бар донъяла төрлө кеше :
Игелекле, изгелекле,
Яҡшылыҡҡа ғына өндәп
Ярҙам ҡулын гел һуҙыусы.
Бар донъяла төрлө кеше:
Үҙе ялҡау, үҙе көнсөл,
Кеше эшләгәнен күреп
Эстән ут янып йөрөүсе.
Бар донъяла шундай кеше:
Алтын ҡуллы, бик булдыҡлы,
Тирә-йүнде гөл итеүсе,
Һәм тырышып көн итеүсе.