Ут бер юлы өс йортто ялмаған...

Бөгөн иртән Дүртөйлөлә ҙур янғын булып, өс ғаилә йортһоҙ ҡалған, ике кеше йәрәхәтләнгән... 

Ут бер юлы өс йортто ялмаған...Ут бер юлы өс йортто ялмаған...
Ут бер юлы өс йортто ялмаған...

Өс йорттан тыш, гараж һәм хужалыҡ бинаһы, мунса, ике мотоблок һәм өс мотоцикл янған. Әлдә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм "Роснефть" янғын һүндереүселәре, яҡындағы өс ауыл советы ирекмәндәре ике пропан һәм бер кислород баллонын эвакуациялап өлгөрә, шулар шартлаһа - ут китә ине артабан шашып... 

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғынды үҙ аллы һүндергәндә 1961 йылғы ир менән ҡатын төтөнгә ағыуланған, тәндәре бешкән. Улар дауаханаға оҙатылған. Янғын сәбәптәрен Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәфтишсеһе асыҡлай. Утты һүндереүгә 15 кеше һәм 7 берәмек техника йәлеп ителгән.

Ут менән үтә һаҡ булығыҙ, зинһар! Үҙегеҙҙе генә түгел, күрше-тирәне лә уйлағыҙ инде.

Фото: МЧС РБ.

 

 

 

Ут бер юлы өс йортто ялмаған...
Ут бер юлы өс йортто ялмаған...
Ут бер юлы өс йортто ялмаған...
Ут бер юлы өс йортто ялмаған...
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас