“Салат-шар”

“Мимоза”ға оҡшатырһығыҙ, бәлки. Әммә 100 процент шул уҡ состав түгел.

“Салат-шар”“Салат-шар”
“Салат-шар”

Бер банка горбуша (консерва)

Бер картуф

Бер кишер

Ике йомортҡа

70 г сыр

30 г йәшел һуған

Дүрт ҡалаҡ кунжут (аҡ)

Бер ҡалаҡ соя соусы

Ике ҡалаҡ ҡаймаҡ

Балыҡҡа ҡырғыста ҡырылған картуф (эре ҡырғыстан) һәм сыр менән кишер (ваҡ ҡырғыстан) ҡушып, иҙгеләргә. Уға туралған йәшел һуған һалырға, йомортҡаны ваҡлап ҡушырға. Соя соусы, ҡаймаҡты яҡшылап бутап, ҡушырға һәм ошо массанан әстерхан сәтләүеге ҙурлыҡ итеп шарсыҡтар яһарға. Кунжутты табала ҡыҙҙырып алырға һәм шарсыҡтарҙы шунда әүәләргә. Теләгәнсә биҙәп бирергә була. Йәтеш кенә, матур ҙа, порциялы ла.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас