Мансур НУРИӘХМӘТОВ 1980 йылда Иҫке Ҡаҙансы ауылында тыуған. Бөрө дәүләт педагогия институтының биология факультетын тамамлай. Тыуған ауылына ауыл советы рәйесе, Мотабаш ауылы мәктәбендә директор булып эшләй. Әлеге ваҡытта Иҫке Ҡаҙансы мәктәбен етәкләй. 20 йыллыҡ педагогик стажға эйә.
Диңгеҙ
Диңгеҙ – сихри есем,
Икһеҙ-сикһеҙ даръя.
Һиңә булған һөйөү хисем
Моғжизәле гүзәл донъя.
Тоҙло һыуың, ҡомло ярҙар,
Ҡыҙыу ҡояш, таҙа һауа,
Тулҡыныңда тибрәлеүләр
Йәнгә ләззәт, тәнгә дауа.
Әсәй кеүек наҙлай диңгеҙ,
Балаларын ҡосоп ярата.
Һөйөүен бүлеп ул бер тигеҙ,
Яраларын ялап тарата.
Минһеҙ яңғыҙ шаулай диңгеҙ,
Яйын табып ҡылам сәйәхәт.
Була ла ул йәшәп, даръям, һинһеҙ,
Көслө минең һиңә мөхәббәт.
Йәшермәйем һөйөү хистәремде,
Йырҙар яҙам һиңә арнап.
Тулҡынланып, бутап һүҙҙәремде,
Тулҡыныңда тәнем сайҡап.
Салауат
Моңло, нурлы башҡорт ере:
Киң дә туғай, хозур – тәбиғәт.
Тауҙар, күлдәр, балдар иле,
Һиндә тыуған ғорур Салауат.
Ант ҡалдырҙы тыуған илгә,
Юймаҫлыҡ, ташҡа яҙып –
“Азат халҡым, елгә әйтәм,
Үлһәң дә үл дан алып!”
Ҡылыс алып, һыбай барыр
Ир-егеттәр яуҙар сапҡан.
Тыныслыҡ, тип сәсән шағир
Ҡанға манып йырҙар яҙған.
Ер йөҙөндә, тыуған төбәк,
Һин генә миңә кәрәк.
Һатып, таланғанды күреп,
Түҙмәй бит, әрней йөрәк.
Самауыр сәйе
Телефоным шылтыраны,
Ашығып һөйләй ҡәрҙәш:
“Сәй эсергә барам һиңә,
Ҡуй уны тиҙрәк, сәйҙәш!
Сәй өҫтәлен һөртөп алып,
Йәй селтәрле ашъяулыҡ.
Тәмле-татлы табын ҡороп,
Бергәләр һыйланайыҡ!”
Йүререп йөрөп, табып ҡуйҙым
Еҙ самауыр торбаһын.
Итек менән һауа өрәм –
Һыуы тиҙрәк ҡайнаһын.
Мәтрүшкәле һөтлө сәйем –
Кәрәҙле балды ҡуям.
Табын ьулы һый-хөрмәтем,
Еҫтәрен еҫкәп туймам.
Самауыр сәйе шифалы,
Тәмле-татлы, хуш еҫле.
Ситтә торһон әле “Тефаль”,
Юҡ бүтән уның төҫлө.
Бар ине бит самауырҙа
Йомортҡа бешергәндәр.
Бөгәрләнгән галстуктарҙы
“Үтекләп” кейҙергәндәр.
Шишмә буйына төштөк тә,
Ҡом менән ялтыраттыҡ.
Шыжлатып сәй ҡайнаттыҡ та,
Уны йыҡҡансы эстек!