Беренсе сер – Ысын төрөк ҡәһүәһе баҡыр һауытта ҡайнатыла. Ул ҙур булырға тейеш түгел. Ике порцияға 100 мл күләм дә етә.
Икенсе сер – Ике порцияға ике балғалаҡ кофе һәм бер балғалаҡ шәкәр кәрәк. Уларҙы бутап, плитала бер аҙ йылытып алырға.
Өсөнсө сер – Йылы массаға 100 мл һалҡын һыу һалып ҡайнатырға.
Дүртенсе сер – Ҡайнап сыҡҡан ҡәһүәнең тәүге күпереген алып, сынаяҡҡа һалырға. Шунан ҡәһүәне тағы ҡайнатып, сынаяҡтарға ҡойорға.
Әйткәндәй, был берҙән-бер рецепт түгел, әлбиттә. Һәр кем үҙенсә ҡайната. Шәхсән үҙем туркала әкрен генә утта ҡайнатҡандан һуң, бал ҡушып эсәм)))