Ошо минуттарҙа Өфөнөң Һупайлы урамында водителдәрҙе тикшереү бара

Иҫкәртеү сараһын РФ ЭЭМ Өфө дәүләт автоинспекцияһының юл-патруль хеҙмәте полкы хеҙмәткәрҙәре ойошторған.

Ошо минуттарҙа Өфөнөң Һупайлы урамында водителдәрҙе тикшереү бараОшо минуттарҙа Өфөнөң Һупайлы урамында водителдәрҙе тикшереү бара
Ошо минуттарҙа Өфөнөң Һупайлы урамында водителдәрҙе тикшереү бара

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, тоташ тикшереүҙәр тактикаһы полиция хеҙмәткәрҙәренең бөтә автомобилдәрҙе лә алдан билдәләнгән хәүефһеҙ юл участкаһында туҡтатыуын күҙ уңында тота. Саралар юл-транспорт ваҡиғаларын иҫкәртеүгә һәм юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙоуҙы, шул иҫәптән иҫерек килеш машина йөрөтөүҙе булдырмауға йүнәлтелгән. Был турала баш автоинспектор Владимир Севастьянов хәбәр итә.

Фото: БР ЮХХДИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас