Асҡын районының талантлы уҡытыусыһы Розалия Ғайсинаның ижадынан бер шәлкем

"Изге һөнәрле ижадсы" проекты тәҡдим итә:  

Асҡын районының талантлы уҡытыусыһы Розалия Ғайсинаның ижадынан бер шәлкемАсҡын районының талантлы уҡытыусыһы Розалия Ғайсинаның ижадынан бер шәлкем
Асҡын районының талантлы уҡытыусыһы Розалия Ғайсинаның ижадынан бер шәлкем

Розалия ҒАЙСИНА 1950 йылдың 18 апрелендә Балтас районының Түбәнге Ҡарыш ауылында тыуған. Өфө энергетика училищеһын, Бөрө дәүләт педагогия институтының биология факультетын тамамлай. Асҡын районына килен булып төшкәс, 25 йыл Урманкүл ауылында уҡытыусы булып эшләп, хаҡлы ялға сыға.

 

Һағынаһыңмы?

– Һағынаһыңмы? – тип һорай инең

Айырылып минән киткәндә.

Аҙға ғына сығып киткәндә лә

Һағына инем һине көткәндә.

– Яратаһыңмы? – тийә инең тағын,

Күҙҙәремә ҡарап төбәлеп.

Ә мин һиңә яуабымды тағы

Әйтә алмай инем, оялып.

Ҡаҡшап киткән ине сәләмәтлек,

Аяҙ көндө йәшен һуҡҡандай.

Ә һин көйҙөң, яндың минең өсөн,

Шуға бигрәк йөрәк һулҡылдай.

Күҙ йәштәре түгеп илағайның,

Нисек торормон, тип һинһеҙ.

Ә үҙеңдең йөрәгең туҡтаны...

Бына хәҙер инде мин һинһеҙ.

– Һағынаһыңмы? – тиеп һорай кеүек,

Рәсемеңдән һинең күҙҙәрең.

Ике тиҫтә йылдар һағынам,

Иҫкә төшә әйткән һүҙҙәрең...

 

Яҙҙар көтөп...

Бөгөн ҡыштың һуңғы көнө,

Иртәгәнән яҙ етә.

Һалҡын ҡыштар оҙон кеүек,

Күңелдәр йылы көтә.

Яҙҙар еткәс, йәй көтәбеҙ,

Йәй үткәс көҙҙәр етә.

Тағы ҡыштарға етербеҙ –

Көҙҙәре лә тиҙ үтә.

Ваҡытты булмай туҡтатып –

Бара ла бара алға.

Тик бер теләк: матур көндәр

Көтһөндәр беҙҙе алда...

 

Шишмә һыуҙары

(йыр)

Шишмәләргә барам әле,

Һыуҙарын алам әле.

Шишмә һыуы эскәндәрҙең

Гел яҡшы була хәле.

 

Ай-ли һыуҙары,

Матур шул донъялары!

Шишмә һыуҙары,

Рәхәт бит донъялары!

 

Беҙҙең шишмә бигрәк йәмле,

Тау аҫтынан сыға ул.

Татлы һыуын эсергә тип

Бында килә бар ауыл.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас