Форумдың маҡсаты – граждандар йәмғиәтен үҫтереүҙең конфликтһыҙ моделдәрен эҙләү һәм төҙөү, яңы мөмкинлектәр бирә алған креатив ҡарарҙар ҡабул итеү.
Сарала республиканың дәүләт һәм закондар сығарыу власы органдары, Рәсәй Федерацияһы субъекттарының йәмәғәт палаталары, милли берләшмәләр, дини конфессиялар, коммерцияға ҡарамаған ойошмалар ҡатнашты. Түңәрәк өҫтәлдәр артында маҡсаттарға ирешеү юлдары билдәләнде.
Фойела оҫталыҡ дәрестәре уҙҙы, теләүселәр маскировка селтәрҙәре, беләҙектәр үрергә, окоп шәмдәре яһарға, “ҡоро душ” эшләргә, тәүге ярҙам күрһәтергә өйрәнде, һалдаттарға хат яҙҙы. “Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһына – 15 йыл”, “Герой ҡатыны. Герой әсәһе”, “Геройҙар һәм батырлыҡтар” күргәҙмәләре лә эшләне. Төрлө ойошма вәкилдәренең ҡунаҡтарға консультациялар биреүе файҙаға ғына булды.
Йәнә бер майҙансыҡ Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр хаҡында хәстәрлек күреү йылына арналды. Кейс-сессия “Сикһеҙ мөмкинлекле кешеләр” тип аталды. Унда тележурналист Юрий Кузнецов, баш ҡалалағы “Мир” инвалидтар ойошмаһы рәйесе Владимир Горбунов, Башҡорт дәүләт медицина университеты студенты Айгөл Ибраһимова, “Сиге булмаған йорт” ойошмаһы етәксеһе Регина Сафронова, “Уник-Арт” клубы етәксеһе Гөлнара Нафикова һәм башҡалар сығыш яһаны. Һүҙ төрлө сәбәптәр арҡаһында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән яҡташтарыбыҙҙың йәшәйешен еңеләйтеү хаҡында барҙы. Беҙҙә төрлө проекттар, реабилитациялау программалары эшләп килә. Инвалидтарға эш табыуы ла ҡыйын булыуын иҫәпкә алып, был мәсьәлә буйынса яңы проект әҙерләнә.
Ғөмүмән, форумдың төп маҡсаты булған социаль әһәмиәтле проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса һығымталар яһалды, эш артабан да дауам итәсәк.
Лилиә МӘҮЛИТОВА.