Бүздәк районының талантлы уҡытыусыһы Сания Шәрипова ижады

"Изге һөнәрле ижадсы" проекты тәҡдим итә: "Ғибрәтле әңгәмә"  (Хикәйә)  

Бүздәк районының талантлы уҡытыусыһы Сания Шәрипова ижадыБүздәк районының талантлы уҡытыусыһы Сания Шәрипова ижады
Бүздәк районының талантлы уҡытыусыһы Сания Шәрипова ижады

Сания ШӘРИПОВА 1957 йылды Уран ауылында тыуған. Үҙ теләге менән әрме сафын үтә. Артабан Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. 38 йыл Ҡаран мәктәбендә уҡытыусы һәм тәрбиәсе булып эшләп, хаҡлы ялға сыға. Эшләү дәүерендә Рәсәй Мәғариф министрлығының грантына лайыҡ була.

 

Ғибрәтле әңгәмә

 

(Хикәйә)

 

Яҡуб абзый менән ҡоҙаны төп йортона оҙатырға барғас танышҡан инек. Ул күрше ауылға бер нисә йылдар элек Урта Азиянан ғаиләһе менән күсеп ҡайтҡан. Танышҡас, шуны белдем: заманында атай менән бергә хеҙмәт иткәндәр, тимәк туҡһанға етеп килә тигән һүҙ. Атай байтаҡтан  инде был яҡты донъяла юҡ. Белешә торғас, ҡарсығының район гәзитенең ауыл хәбәрсеһе, бик яҡын танышым Рая апай булыуы асыҡланды. Сәләм тапшырырға ҡуштым. Оҙон вәғәздәр һөйләп, кеше ялыҡтырманы.

‒ Саҡырғас, киләм әле. Кеше аптырағандан мөрәжәғәт итәлер. Ҡатын-ҡыҙҙар, бындай урынға ҡыҫҡа еңле күлдәк кейеп йөрөү килешмәй. Башҡа саҡта иҫкә алығыҙ, − тип кенә оялтып алды.

Икенсе тапҡыр ҡоҙаның ҡырҡ көнөн иҫкә алырға барғас осраштыҡ. Урындарыбыҙ мулла менән йәнәш тура килде. Табындағылар йыйылғансы, башҡалар ишетмәҫлек итеп бышылдап ҡына:

‒ Яҡуб абзый, һеҙары-бире өшкөрмәйһегеҙме? ‒ тип һорап ҡуйҙым, ҡашыҡты саҡ тотҡан кәкре бармаҡтарымды күрһәтеп.

Күҙ тимәһен, ул ҡолаҡҡа һиҙгер, күҙгә лә бик үткер. Бының менән ғорурлана ла.

‒ Юҡ, улай өшкөргәнем юҡ. Кәрәк тип тапһаң, минең "Өшкөрөү доғалары" исемле китабым бар, ‒ тип, аяғы аҫтынан хәйерлектәре һалынған йәштәр йөрөтә торған спорт сумкаһынан йоҡа ғына китап алып күрһәтеп.

‒ Кәрәк түгел, доғалар үҙемдеке лә күп. Компьютерҙан да сығарып алдым, файҙаһын ғына күрмәйем.

‒ Доғаның уның килешкәне була, килешмәгәне... Ҡыҙымды өшкөрөргә тура килгән саҡ булды. Уға ни бары өс ай тирәһе саҡта ҡатыным Рая йоҡоһонан тертләп, һаташып уянып китте.

‒ Бер ҡарт түшемә ҡағылды, ‒ тине, күкрәген тотоп ҡарап.

Имсәктәре буп-буш. Башҡа ваҡытта баланан артҡанын банкаға һауа торған ине. Ҡыҙыбыҙ алғанды-һалғанды белмәй, бер туҡтауһыҙ ярһый-ярһый илай. Әсәй магазиндан смесь тигән нәмә алып ҡайтты, яһалма һөт әҙерләп бирҙеләр. Ауыҙына алып ҡарамай, үкһеүе үкһеү. Һыу индереп ҡарайбыҙ, аҫтындағы сепрәктәрен алмаштырабыҙ, табипҡа күрһәтәбеҙ ‒ файҙаһы юҡ. Өс көн күҙ ҙә йомманыҡ.

‒ Яҡуб, баланы үтерәбеҙме ни? ‒ ти, Раям иларға етешеп, күҙгә ялбарыулы ҡарап.

Ни әйтергә лә белмәйем. Киттем бер үзбәк муллаһына. Ул һөйләгәнемде тыңлағас, эйәреп үк килде.

‒ Йә зәхмәт ҡағылған, йә күҙ тейгән, ‒ тиеп, бер доға менән үҙенсә өй эсен өшкөрҙө. Ҡыҙыбыҙ тынысланып, йоҡлап китте. ‒ Баланың әсәһе боҙомға эләккән. Мин уны алып ташланым. Мин киткәс, уны яһаған кеше нимәлер булһа ла һорап килер. Әйбер бирһә лә, ала күрмәгеҙ, ‒ тиеп ҡаты киҫәтеп китте.

Сәғәт үттеме, юҡмы, ҡартлы-ҡарсыҡлы күршелә йәшәгән алтмыш йәштәр тирәһендәге ҡатын кереп:

‒Бабайым менән ашарға ултырһаҡ, икмәгебеҙ бөтөп киткән икән. Әҙерәк биреп тормаҫһығыҙмы, тигән йомошҡа килгән инем, ‒ ти.

Әсәй, балаһын яҡлаған бөркөттәй, юлына арҡыры баҫып, шунда уҡ тегенең һүҙен бүлде:

– Яңы төшкө ашты ашаныҡ. Икмәктең валсығын ла ҡалдырмай ашап бөтөрҙөк.

Ун биш минуттан күршебез икмәк күтәреп, яңынан килеп инде:

‒ Магазинға барҙыҡ, бына бер ыңғайҙан һеҙгә лә алып ҡайттыҡ, ‒ ти.

Әсәй был юлы ла тупһанан уҙҙырманы:

‒Рәхмәт, кәрәкмәҫ. Үҙебеҙҙекеләр хәҙер алып ҡайта. Икмәккә киттеләр, ‒ тип, күҙ ҙә йоммай ялғанлап, ҡыуып тигәндәй бороп сығарып ебәрҙе үҙен.

Ҡыҙыбыҙ башҡаса иламаны. Шунан боҙом юҡ, уны кеше бөтөрә алмай тигәнгә ышанмай ҡара. Мин үзбәк муллаһына рәхмәт йөҙөнән хәйер илтеп, теге доғаны дәфтәргә яҙып алдым.

‒ Шулай, доғаның килешкәне була, килешмәгәне, ‒ тип һүҙен тамамлағас, табынға доға ҡылды, күмәкләп амин тоттоҡ.

Рая апай менән, редакция ҡунаҡҡа саҡырғас, күрештек. Яҡуб абзый һөйләгәндәр ысынбарлыҡта булдымы икән тип ҡыҙыҡһындым.

‒ Ул ҡыҙыбыҙ беҙгә ундай хәлдәрҙе күрһәтте инде. Мин үҙем был яҡтыҡы. Балама ун йәштәр булғанда, бергәләшеп тыуған йортома ҡунаҡҡа ҡайттым. Ул, атай менән әсәйгә эйәреп, туғандарыбыҙҙың ҡәберен ҡарарға зыяратҡа барған. Ҡартаһы менән өләсәһе ҡәрҙәшебеҙ ҡәбере янында доға уҡығанда, тик тора белмәгән ҡыҙым башҡа ҡәберҙәр янында буталып, ҡыҙыҡһынып ҡарап йөрөгән. Һәм береһенең мәрмәрҙән яһалған ташы өҫтөндә өйөлөп ятҡан ваҡ аҡсаларҙы күреп, усына йыйған. Ололарҙың асыуланыуынан ҡурҡып, кеҫәһенә һалып алып ҡайтҡан да, сәйҙән бушаған ҡурғаш янсыҡҡа тултырып, үҙенең йоҡлап йөрөгән карауатының түшәге араһына йәшергән. Шунан тик торғандан иртәнсәк аяғына баҫа алмаҫ булып уянды. Табиптар полиомиелит вирусы тигән һығымтаға килделәр, әммә нисек дауаларға кәрәген белмәнеләр. Йортобоҙ менән ҡара ҡайғыға баттыҡ, өйҙөң нуры юғалды. Күпмелер ваҡыт үткәс, урын-ерен йыйғанда теге аҡсаларҙы табып алдым. Һораша торғас, уларҙың ҡайҙан килеүен белдем. Яҡубты саҡырып, янсыҡтағы аҡсаларҙы алған урынға илтеп ҡуйҙыҡ. Аҙна буйы үзбәк муллаһынан алған доға менән өшкөрә торғас, бармаҡтары яҙылып ҡыймылдай башланы, һуңынан үксәгә басты, Аллаға шөкөр, әкеренләп йөрөп китте. Иң мөһиме: зыяраттан ваҡ аҡса ғына түгел, алтынға ла үрелергә ярамауын, хужаһы юҡ тип кеше әйберенә тейергә кәрәкмәүен төшөнде. Бына бындай хәл, ‒ тип ҡуйды әңгәмәләшем.

Мин ғәжәпләнеүҙән күҙҙәремде шар асып, ҡолағымды ишәктәй торғоҙоп уны тыңланым. Моғайын миңа ла шул доғаны күсереп алып, ятламай булмаған.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас