***

 Һорамағыҙ әле хәлдәремде, Һөйләмәҫмен һеҙгә дөрөҫөн. Яҡшы ғына тиһәм — алдаҡ булыр, Шөкөр тием яуап һүҙ өсөн. Эй һөйләйһе килә эс серемде Түкмәй-сәсмәй генә дуҫыма, Әммә ҡурҡам: оло бер сер итеп Һөйләп ҡуйыр ул да дуҫына. Ҡаҙан төҫлө ҡайнай ҡайсаҡ башым, Бутҡа булып бөттө уйҙарым, Яуап эҙләп хатта төштәремдә Ҡырҡ әйләнәм үҙән буйҙарын. Һорамағыҙ бер үк хәлдәремде, Сабырлығым сайпып түгелер. Шөкөр тием шуға әкрен генә, Ярһымаһа йөрәк — түҙелер...   Гөлфиә Азаматова-Мөкминова

******
***

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас