Талантлы уҡытыусы Наилә Мортазина ижады

"Изге һөнәрле ижадсы" проекты тәҡдим итә: "Ҡурҡҡанға ҡуш күренә" (Хикәйә)  

Талантлы уҡытыусы Наилә Мортазина ижадыТалантлы уҡытыусы Наилә Мортазина ижады
Талантлы уҡытыусы Наилә Мортазина ижады

Наилә МОРТАЗИНА 1957 йылдың 14 декабрендә Хәйбулла районының Мәмбәт ауыдында тыуған. Сибай педагогия училищеһында уҡыған саҡта уҡ “Ирәндек” әҙәби түңәрәгендә шөғөлләнә. 35 йыл Сәғит ауылында башлағыс кластар уҡытыусыһы булып эшләп, хаҡлы ялға сыға. Мәғариф отличнигы. 2015 йылдан алып Бүздәк районында йәшәй.

 

Ҡурҡҡанға ҡуш күренә

(Хикәйә)

 

Ике ай тирәһе ҡайтмаған Гөлсинә теүәкәлләп юлға сыҡты. Аҡсаһы ла, аҙыҡ түлеге лә бөттө. Әсәйен дә, туғандарын да үлеп һағынды. Төндәрен иптәштәренә ишеттермәй генә балауыҙ ҙа һығып алғыланы. Алыҫ райондан шул ул. Автобусҡа ла эләгәүе лә үҙе бер бәлә. Аҙаҡҡы дәрес миһырбанлы уҡытыусыһыныҡы булһа бигерәк һәйбәт. Сөнки автобус аҙаҡҡы дәрес башланған ваҡытта ҡуҙғала. Гөлсинәнең бәхетенә аҙаҡҡы дәрестән дә ебәрҙеләр, авобусҡа ла өлгөрҙө. Һәм бына ул бәхетле йылмайып ҡайтып бара. Тик көҙ көнө иртә ҡараңғы төшә. Ә ауылға 25 саҡрым тәпәйләргә кәрәк. Ярай ҙа юлаусы машина осраһа! Етмәһә, Баймаҡ, Әбйәлил ҡыҙҙары ауылдан килгәс, бүреләрҙең күбәйеүе тураһында һөйләп ҡурҡыттылар! Шуға ла ул ҡайтырғамы, юҡмы тип оҙаҡ уйлап йөрөнө. Иптәшкә ауылдарынан берәү ҙә юҡ.

Бына автобус алтынсы яртыла уны ауылға китә торған боролошта ҡалдырҙы. Эңер ваҡыты. Гөлсинәнең күҙҙәре лә насар күрә, таҡтанан күсереп яҙғанда, уҡығанда күҙлек кейә. Бисмиллаһын уҡый-уҡый ҡыҙ шәп-шәп атлап китте. Өшөттөрә лә башланы. Көҙ бит, октябрҙең һуңғы көндәре. Шәп атлаһам, бирешмәҫмен, тип ул тағы ла ҡыҙыуыраҡ атларға тырышты. Өс саҡрым тирәһе атлағандыр, ҡапыл уның күҙенә юлдың уң яғында нимәләрҙең ҡыбырлағанын күреп ҡалды. Нимәләрҙер был яҡҡа килә! “Бүреләр!” – Гөлсинәнең башына тик шул уй ғына килде. Ул баҫҡан урынында ҡатып ҡалды –алға ла, артҡа ла атлай алмай. Тәне буйлап ниндәйҙер һыуыҡ тулҡын йүгереп үтте. “Ҡайһы еремдән генә ашай башларҙар икән?” – тигән ҡурҡыныс уй менән аҡрын ғына артҡа сигенә башланы. “Әсәйемдәр минең ҡайтырға сыҡҡанды ла белмәй, уҡып йөрөй тип уйлайҙар инде. Ни эшләргә?”

Ҡыҙҙың ҡапыл хәле бөттө, башы әйләнде. Тотонорға, терәлергә ялан яғында бер ағасы ла юҡ бит әле. Ана ҡолайым, бына ҡолайым тип торғанда ҡолағына арттан гөрөлдәгән тауыш ишетелде. Көс-хәл менән башын артҡа бороп ҡараны, ҡараңғылыҡты ярып машинаның уттары күренде. Гөлсинәнең эсе йылынып китте. Эргәһенә машина килеп туҡтаны һәм шофер: “Әйҙә, ултыр!” – тип ҡысҡырҙы. Ләкин ул ҡатып ҡалған килеш тора бирҙе. Шофер ишеген асып төштө лә, янына йүгереп килеп: “Ни булды, ҡыҙым?” – тип һораны. Гөлсинә ауыҙын саҡ-саҡ асып: “Бү-бүре!” – тине. Ағай уға ултырырға ярҙамлашты һәм: “Ҡайҙа бүреләр? Хәҙер беҙ уларҙы?! Их, мылтыҡ юҡ!” – тигән булды.

Машина ҡуҙғалып китте. Әҙерәк барғас, машина алдынан юл аша ниндәйҙер йәнлектәр йүгерешеп үтеп китте. Шофер ағай: “Бәй, былар бит илектәр!” – тигәс, Гөлсинә йылынып китте. Ҡысҡырып илап ебәрҙе. “Илама, ҡыҙым, илама! Бәхетең, бүреләр булманы. Инде төнгә ҡаршы ҡайтырға сыҡма!” – тип йыуатты. Ҡыҙ тынысланған ине инде, ризалығын белдереп, башын ғына ҡаҡты.

Гөлсинә иҫән-һау ҡайтып етеп, әсәһе, туғандары менән осрашты. Яңы йылға тиклем етерлек аҙыҡ-түлек алып, иртәгеһенә кире ҡалаға уҡырға китте. Бер көндө рус уҡытыусыһы ҡыҙыҡлы хәл тураһында инша яҙырға ҡушҡас, ул ошо хәл тураһында яҙҙы. Киләһе дәрестә уҡытыусы бөтә ҡыҙҙарға ла баһаларын әйтеп, дәфтәрен таратып бирҙе. Тик, нишләптер, Гөлсинәнең генә бирмәне. Ул аптырап ултыра ине. Уҡытыусы уны таҡта алдына саҡырҙы. Гөлсинә нимә уйларға ла белмәй, насар билдәлер инде тип ҡурҡа-ҡурҡа ғына алға сыҡты. Уҡытыусы уға иншаһын ҡысҡырып уҡырға ҡушты. Гөлсинә уҡый башланы. Класта себен безелдәгән тауыш та ишетелмәй. Бына уның: “Бүре түгел, ҡыр кәзәһе булып сыҡты,” – тигән аҙаҡҡы һөйләмен уҡыуы булды, ҡыҙҙар еңел тын алдылар һәм ҡысҡырып көлөп ебәрҙеләр, ҡул саптылар. Иншаның аҫтында ҙур ҡыҙыл “биш” тора ине...

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас