Аналитиктар Рәсәйҙә март айы өсөн иң кәрәкле тауарҙар һәм хеҙмәттәр хаҡын иҫәпләп сығарған.
"Росстат" белгестәре Башҡортостанда бер кешегә 19 721 һум талап ителгәнен асыҡлаған. Ошо сумма кешегә йәшәү йә ас ҡалмаҫ өсөн етә, тиҙәр.
Рәсәй буйынса уртаса күрһәткес - айына 21 801 һум. Иң күп аҡса Чукотка автономиялы округы халҡына кәрәк - 35 865 һум. Камчатка крайында йәшәүселәргә - 33 380, Мәскәүҙекеләргә 32 010 етергә тейеш.
Был суммалар яҡынса ғына, әлбиттә. Бәғзеләр 15 000 һумға ла нисектер йәшәй бит. Ә кемдәргәлер 150 000 һум да етмәй...