Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Апрель 2024, 06:41

МХО-ла ҡатнашыусылар шифаханала һаулығын нығыта ала

Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың туғандары бер тапҡыр шифахана-курортта бушлай дауаланыу үтә ала.

МХО-ла ҡатнашыусылар шифаханала һаулығын нығыта алаМХО-ла ҡатнашыусылар шифаханала һаулығын нығыта ала
МХО-ла ҡатнашыусылар шифаханала һаулығын нығыта ала

2024 йылда был маҡсатҡа 100 мең һум аҡса ҡаралған, 15 шифахана менән килешеү төҙөлгән.Был хаҡта БР Хөкүмәте  Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәрҙә хәбәр итә.

    - Хәрбиҙәр үҙҙәре ял итә ала, шулай уҡ туғандары менән бүлешә йәки был хоҡуҡты тулыһынса ҡатынына һәм ата-әсәһенең береһенә бирә ала. Беҙҙең республикала 2956 хәрби һәм уларҙың ғаилә ағзалары шифахана-курортта дауаланыу курсы үтте лә инде. Әле 190 ғариза бирелгән. Шулай уҡ дауаханала дауаланыу хоҡуғы менән һәләк булған йәки хәбәрһеҙ юғалған МХО-ла ҡатнашыусыларҙың яҡындары ла файҙалана ала. Ватаныбыҙҙы яҡлаусылар «Ассы», «Йәшел сауҡалыҡ», «Янғантау», «Ҡарағай», «Красноусол», «Танып», «Ҡайынҡай», «Йоматау», «Йәйғор», һәм башҡа шифахаларҙа һәм профилакторийҙарҙа һаулығын нығыта ала.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас