Бының өсөн скумбрия балығы , майонез, гәрсис, кетчуп, һарымһаҡ, һуған, балыҡ өсөн аш тәмләткестәр, тоҙ, борос, көнбағыш майы кәрәк.
Тәүҙә майонез, гәрсис, лавр япрағы, аш тәмләткестәр, кетчуп, көнбағыш майы, тоҙ, төйөлгән ҡара борос ҡушып соус әҙерләргә. Уға ваҡ итеп туралған һарымһаҡ һәм һуған ҡушырға. Ныҡ итеп барыһын да бергә бутағас, уны скумбрияға һөртөп, 3-5 сәғәткә маринадланырға ҡуйырға. Һуңынан махсус тимер яйланмаға һалып, күмер өҫтөнә бешерергә ҡуйырға.
Фото: my-eda.ru