Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Апрель 2024, 11:00

Бауырҙы, үт юлдарын таҙартыу

Бауырҙы һәм үт юлдарын даими таҙартып тороу төрлө ауырыуҙан һаҡлар. 

Бауырҙы, үт юлдарын таҙартыуБауырҙы, үт юлдарын таҙартыу
Бауырҙы, үт юлдарын таҙартыу

 

  1. Бер ҡалаҡ таҙартылған һолоға ярты литр һыу ҡойоп, төнгөлөккә ҡалдырырға. Әгәр ҙә һеҙҙең ҡан баҫымығыҙ күтәрелә икән, бер ҡалаҡ арпа ярмаһы (перловка) ҡушырға. Иртәнсәк шуны ҡапҡасын япмайынса ғына  ике минут  ҡыҙыу утта ҡайнатырға, һуңынан   биш минут талғын утта ҡапҡас ябып быҡтырып, һуңынан 10 минут таҫтамал ябып өҫтәлгә ҡуйып торорға. Һуңынан һөҙөп өс көн дауамында  ашарҙан алда эсергә.
  2. Йәиһә бер стакан һолоно таҙартып, йыуып, бер литр ҡайнар һыу ҡушып, төнгөлөккә термоста ҡалдырырға. Иртәнсәк һөҙөп алып, ас ҡарынға эсергә. Төнәтмәне иртәгәһе көнгә ҡалдырырға ярамай, әсей.  Дауаланыу курсы – ун көн.
Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас