Баймаҡтағы бишенсе синыф уҡыусыһы интернетта блогерҙың иғланына күҙ һалған, ул уның каналына яҙылған тәүге бәхетлеләрҙең банк картаһына 20 мең һум күсерергә вәғәҙә иткән. Малайҙың картаһы булмағанлыҡтан, ул блогерҙың ҡушыуы буйынса әсәһенең банк картаһының номерын, йәшерен кодын фотоға төшөрөп ебәрә, шулай уҡ әсәһенең телефонына килгән кодты хәбәр итә. Әсәһе иҫәбенән 41 мең һумдың юғалғанын белгәс, улы үҙенең ғәйебен таный. Ярай ҙа, эш шуның менән тамамланған, юғиһә зыян күпкә ҙурыраҡ булырға мөмкин ине. Мәҫәлән, миллион һумлыҡ кредит...
Был турала "Мошки" телеграм-каналы хәбәр итә.
Балаларға финанс гигиенаһының ябай ҡағиҙәләрен аңлатығыҙ: банк картаһының артҡы яғындағы кодты һәм смс-хәбәрҙәрҙәге кодты бер кемгә лә, бер ҡасан да бирмәһендәр! Һәм карталарығыҙҙы йәшерегеҙ! Бәләһенән баш-аяҡ!