Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Апрель 2024, 00:00

Ҡапыл һалҡынайтасаҡ

БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы халыҡты көн торошоноң боҙолоуы хаҡында иҫкәртә. Бигерәк тә автоһәүәҫкәрҙәргә һаҡ булырға кәңәш итә белгестәр.

Ҡапыл һалҡынайтасаҡҠапыл һалҡынайтасаҡ
Ҡапыл һалҡынайтасаҡ

Республиканың таулы һәм төньяҡ райондарында һауала һәм тупраҡ өҫтөндә 0, -2 градусҡа тиклем һалҡынайтып ҡырау төшөүе көтөлә. Һауа температураһы көндөҙ 10, 14 градус йылы. Шулай уҡ, көньяҡ райондарҙа көслө ямғырҙар яуасаҡ. Ел секундына 15 метрға тиклем етәсәк. Автоһәүәҫкәрҙәргә иғтибарлы булырға кәрәк: иртән юлдарҙа томан – күреү мөмкинлеге 500-1000 метр тәшкил итәсәк.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас