Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Апрель 2024, 09:41

Сираттағы "извиняльщик"

Өфөлә Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре чат-боттағы хәбәр ярҙамында хәүефле ысул менән видеоконтент төшөрөүселәрҙе тотҡан.

Сираттағы "извиняльщик"Сираттағы "извиняльщик"
Сираттағы "извиняльщик"

Кисә кис Дәүләт автоинспекцияһының чат-ботына вайымһыҙ булмаған бер граждан Өфө-Ырымбур автомобиль юлында дәүләт теркәлеү билдәләре булмаған ике машина йөрөүен хәбәр итә, уларҙың береһенең багажнигында кешеләр була. Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө буйынса идаралығы Дәүләт автоинспекцияһының юл-патруль хеҙмәте полкы хеҙмәткәрҙәре тиҙ арала граждандар күрһәткән юл участкаһына юллана. Тиҙҙән ике машина ла табыла, ә хоҡуҡ боҙоусылар асыҡлана, улар 18-22 йәшлек егеттәр булып сыға. Йәштәр, социаль селтәрҙәрҙә урынлаштырыу өсөн, ҡыҙыҡлы видео төшөрөргә теләүҙәрен аңлата. Бының өсөн 20 йәшлек "Ауди" водителе ике дуҫын үҙ автомобиленең багажына ултыртҡан, улар арттан килгән машинаны видеоға, фотоға төшөргән.

Штраф сәпәгәндәр үҙҙәренә.

Фото: БР ЮХХДИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас