Ҡаланың граждандарҙы яҡлау идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, көслө елдә Орждоникидзе районында - ике, Совет районында бер ағас ауған. Ярай әле уларҙы тиҙ генә бысып алып киткәндәр.
Тағы ике автомобиль зыянлаған. Береһенең өҫтөнә сүп-сар йыйылып ятҡан урындағы кәртә осҡан, икенсеһенә өй ҡыйығынан йылытыусы япма емерелеп төшкән.
Белгестәр иҫкәртә: дауылда ағас һәм тимер конструкцияларға яҡын йөрөмәгеҙ.
Фото: УГЗ г. Уфы.