– Һәр ошондай процедуранан һуң бала «Батырлыҡ ҡумтаһынан» үҙе теләгән уйынсыҡты һайлап ала ала, – тип комментарий бирҙе Фән, мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса комитет рәйесенең беренсе урынбаҫары Рөстәм Әхмәҙинуров. – Ошо көндәрҙә Белореттың үҙәк район клиник дауаханаһының педиатрия бүлеге пациенттары өсөн уйынсыҡтар йыябыҙ.
Акцияға теләгән һәр кем ҡушыла ала. Уйынсыҡтар йыйыу Дәүләт Йыйылышында 27 апрелдән 15 майға тиклем Зәки Вәлиди урамы, 46 адресы буйынса ойошторола. Гигиена хәүефһеҙлеге маҡсатында дауаханаларға яңы уйынсыҡтарҙы ғына тапшырырға мөмкин. Ҡурсаҡтар, машиналар, йәнһүрәт һәм әкиәт геройҙары, бәләкәй конструкторҙар, пазлдар, сағыу китаптар, ҡәләмдәр, фломастерҙар иң яҡшы бүләктәр буласаҡ.
Фото һәм сығанаҡ: БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай сайты.