Баҡса еләктәрегеҙҙең япраҡтарына тап төшөп, бөтәрләнеп ултыралармы? Тимәк, үҫемлек сирләй.
Иң тәүҙә түтәлде еләктең кипкән япраҡтарынан таҙартығыҙ. Уларҙа
ауырыу килтереп сығара торған микроорганизмдар күп була. Бәшмәк ауырыуҙарынан һаҡлау өсөн уны 1 процентлы бордос эретмәһе йәки алһыу төҫтәге марганцовка эретмәһе менән эшкәртергә кәрәк. Йод эретмәһе лә еләкте ауырыуҙарҙан һаҡлай. 10 литр һыуға 5-10 тамсы йод ҡушып һибегеҙ.
Емештә бәшмәк ауырыуҙары булмаһын өсөн яҙғыһын эшкәртергә «Фундазол», «Ордан», «Хорус», «Хом», «Максим», «Витарос», «Топаз» кеүек химик препараттар ҡулланалар. Сәскә атҡан осоронда «Алирин», «Гамаир», «Актафит», «Фитолавин», «Фитоспорин», «Трихоцин» кеүек биологик препараттар ҡулланырға кәңәш ителә.
Фото: pokayadoma.ru