Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Апрель , 16:00

Ҡырмыҫҡаларҙан нисек ҡотолорға?

Ҡайһы ваҡытта баҡсаны ғына түгел, хатта өйҙө лә ҡырмыҫҡа баҫа. Зыян килтермәҫ борон уларҙан ҡотолорға кәрәк. Тәжрибәле баҡсасылар ябай һәм һөҙөмтәле ысул тәҡдим итә.

Ҡырмыҫҡаларҙан нисек ҡотолорға?
Ҡырмыҫҡаларҙан нисек ҡотолорға?

Манный ярмаһы ҡырмыҫҡаларҙан ҡотолорға ярҙам итә. Беренсенән, ти белгестәр, ҡырмыҫҡалар манныйҙы ниндәйҙер бер йомортҡа тип уйлап, ҡурҡып, иләүҙәрен ташлап китә. Икенсенән, манный ярмаһын ашайҙар ҙа, уныһы бөжәк организмына эләккәс, бүртә, шунлыҡтан ҡырмыҫҡа үлә.

Яп-ябай: манный ярмаһын ҡырмыҫҡаларҙың юлына һибергә генә.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: