Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Апрель , 12:00

Ултырмаҫ элек ҡарағыҙ - ултырғыс бушмы, ҡоромо, таҙамы...

Юҡһа, берәү йәмәғәт транспортында абайламай-нитмәй ултырған да, арт яғын яндырған.

Ултырмаҫ элек ҡарағыҙ - ултырғыс бушмы, ҡоромо, таҙамы...
Ултырмаҫ элек ҡарағыҙ - ултырғыс бушмы, ҡоромо, таҙамы...

Санкт-Петербургта булған хәл. Бер йәш ир эштән урам автобусына ултырып ҡайтҡан. Өйҙә, кисен ул ҡапыл ауырып киткән. Арт һаны бешкән кеүек дыулағас, ҡараһа, хатта салбары ла тишелгән, имеш. Шунда иҫенә төшкән: ул бит автобус ултырғысында нимәлер түгелгәнен күргән, тик башҡа буш урын булмағас, шунда ултырған. Бына һиңә мә! 

Ир тиҙ генә дауаханаға киткән. Баҡһаң, ултырғысҡа түгелгән нәмә һелтеле (щелочь) шыйыҡлыҡ булып сыҡҡан. Шул йомшаҡ ерен бешергән дә. Табиптар уның тиреһендә некроз һәм IV дәрәжә химик бешеү диагнозы ҡуйған.

Һәр ерҙә иғтибарлы булығыҙ!

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: