Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Апрель 2024, 05:00

Тәнегеҙгә ҡаҙалған талпан шик тыуҙырһа...

Уны тикшертеүгә алып барығыҙ. Энцефалит булып ҡуймаһын. Лабораторияларҙың адрестары түбәндә.

Тәнегеҙгә ҡаҙалған талпан шик тыуҙырһа...Тәнегеҙгә ҡаҙалған талпан шик тыуҙырһа...
Тәнегеҙгә ҡаҙалған талпан шик тыуҙырһа...

"Роспотребнадзор" белгестәре иҫкәртә: талпан ҡаҙалыуы ауыр сиргә килтереүе ихтимал, шуға ла бөжәкте энцефалитҡа йәки боррелиозға тикшертергә кәрәк.

28 апрелдән 12 майға тиклем түбәндәге адрестар буйынса ҡабул итеү пункттары эшләй:

Өфөлә: Шәфиев урамы, 7 (9:00 - 16:00),

Бөрөлә: Калинин урамы, 18 (9:00 - 16:00, 5 һәм 12 май ял),

Нефтекамала: Социалистик урамы, 10 (9:00 - 16:00, 5 һәм 12 май - ял),

Стәрлетамаҡта: Революцион урам, 2а (9:00 - 15:30),

Туймазыла: Урмансы Морозов урамы, 1 (9:00 - 16:00, 1, 5, 9, 10, 12 майҙа эшләмәй),

Күмертауҙа: Ғафури урамы, 29 (9:00 - 12:00, 5 һәм 12 май - ял),

Белоретта, Пушкин урамы, 61/1 (9:00 - 15:30, 5 һәм 12 май - ял),

Мәсәғүттә: Дауахана урамы, 4 (9:00 - 16:00, 5 һәм 12 май - ял).

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас