Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Апрель , 13:00

Шешлек әҙерләү серҙәре

Шешлеккә итте эрерәк тураһағыҙ , ул һутлы булып бешәсәк. Итте быяла, эмаль һауытта маринадлағыҙ. Һуған тәме һеңһен өсөн уны ваҡ итеп турап йәки ит тарттҡыстан сығарып ҡушалар. Ит менән ҡыҙыл борос, паприка, кориандр, лавр япрағы, зира, әнис, базилик, шалфей яҡшы яраша. Маринадҡа йәшел тәмләткестәр ҡушһағыҙ, бешерер алдынан алығыҙ. Улар көйөп, тәмһеҙ тәм бирәсәк. Тәжрибәле шешлек бешереүселәр маринадҡа тоҙ һалмай, уны аҙаҡтан ғына һибә. Сөнки ит ҡата. Шампурға үҫемлек майы менән майлап теҙһәгеҙ, маринадланған ит киҫәктәре һутлы булып бешәсәк, ситтәре ҡараймаясаҡ. Усаҡтың утын кәметеү өсөн , ғәҙәттә, һыу бөркәләр. Күмер өҫтөнә тоҙ һибергә лә мөмкин. Ул ялҡынланмай, һүнмәй ҙә. Кәрәкле температураны ғына тота.

Шешлек әҙерләү серҙәре
Шешлек әҙерләү серҙәре

Шешлегегеҙ тәмле булһын!

 

 

Фото: mykaleidoscope.ru

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: