Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Апрель , 14:40

"Салауат Юлаев"тың элекке тренерын ерләнеләр

Константин Кольцовтың ғүмере АҠШ-та фажиғәле өҙөлгәйне. Ул Белоруссияла ерләнде.

"Салауат Юлаев"тың элекке тренерын ерләнеләр
"Салауат Юлаев"тың элекке тренерын ерләнеләр

Йыназа кисә булған. Тәүҙә мәрхүм менән хушлашыу сараһы Минскиҙа, Костя профессиональ хоккей юлына баҫҡан Горький паркында үткән. Шунан уны Логой районының Чуденичи ауылында ерләгәндәр.

Константин Кольцов быйыл 18 мартта Майямиҙа бер отелдең 24-се ҡаттағы тәҙрәһенән йығылып төшөп, һәләк булған. Бәхетһеҙ осраҡ, тинеләр был фажиғәне.

Кольцовтың хоккейҙа сағыу урыны бар. Ул Минскиҙың "Динамо"һында уйнаны, Мәскәүҙең "Динамо"һында ла оҫталығын күрһәтте. Тәжрибәле тренер ҙа булды ул. Ә беҙҙең "Салауат Юлаев" командаһы уның етәкселегендә ике тапҡыр КХЛ чемпионы исемен яуланы.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: