Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Апрель , 17:30

Бүлмә дизайны буйынса кәңәштәр

   Өй – беҙҙең өсөн эштән арып ҡайтҡанда ял итеү урыны. 9  квадрат метрлы ғына бүлмәлә йәшәйһегеҙ икән, ҡунаҡтар,  һиндә нисек яҡты һәм иркен, тип әйтһен өсөн нимә эшләргә? Бының өсөн дөрөҫ мебель һайлау ҙа, төҫтәр гаммаһы ла ҙур роль уйнай. Бәләкәй бүлмәлә  ҡараңғы тондар булырға тейеш түгел.  Тәҙрәгә ҡорғандар һайлағанда яҡты төҫтәргә, еңел туҡымаларға өҫтөнлөк бирегеҙ.  Бүлмәгеҙ иркен булып күренһен тиһәгеҙ, бер яҡ стенаға шкаф ҡуйып, уның ишектәрен көҙгөнән эшләтегеҙ.   Мебелдең аяҡтары булырға тейеш. Иҙән күренгән һайын, бүлмә ҙурыраҡ күренә.  Обойҙарҙағы вертикаль һүрәттәр  ҙә бүлмәне « ҙурайта».  Яҡтылыҡ лампочкалары бер нисә урында булырға тейеш. Мөйөшкә торшер ултыртыу ҙа бүлмәне иркенәйтеп ебәрә.

Бүлмә дизайны буйынса кәңәштәр
Бүлмә дизайны буйынса кәңәштәр

Фото: zaborklass.ru

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: