***
Раббым, миңә күҙҙәр бирсеТик изгелекте күргән!Ҡулдар бирсе ауыр хәлгәҠалғанға ярҙам иткән.Хәтер бирһәң тик яҡшылыҡҠалһын унда мәңгегә.Яман ҡылыҡ, ауыр һүҙҙәрТөшмәһен һис хәтергә.Раббым, миңә йылы һүҙҙәрҺөйләргә бирсе телде!Ауыр һүҙҙәр ысҡынмаһынЯралап ғәзиз йәнде.Раббым, миңә насип ит һинДоғалар уҡыр аҡыл.Яңлыштарҙа, гонаһтарҙаТура юлыңа саҡыр!Ҡаҡшамаҫ иман бир миңә,Һүнмәһен һөйөү һиңә!Бер һиңә генә табыныпЙәшәһәм ине ерҙә!Изгелектәр генә ҡылыпЙәшәһәм ине ерҙә.#ГөлнурҠыуатова