270 г эремсек
250 г дөгө
1,5 банан
1 ҡалаҡ ваниль шәкәре
4 ҡалаҡ шәкәр
150 мл һөт
2 йомортҡа
Дөгөнө бешереп, уға һөт ҡойорға. Тағы бер аҙ бешерергә.
Йомортҡаны күпергәнсе туғырға, ике төр шәкәрҙе лә ҡушырға.
Эремсекте иҙгеләргә (блендерҙа мөмкин).
Бананды ла блендерҙа иҙергә.
Бөтә ингредиентты ҡушып, яҡшылап бутап, уңайлы һауытҡа һалып, 180 градус эҫелектәге духовкала 25 – 30 минут бешерергә.
Тәмле булһын!