Палата докторы ҡарағандан һуң, дарыуҙар күтәреп, шәфҡәт туташы килеп инә лә, һәр бер ауырыуҙың тумбочкаһына һала. Аҙаҡ бабай янына килеп:
– Бабай, перед тем как лечь в постель, вот эти лекарства пить , а это в анальный проход поставишь, – тип, дарыуҙар һәм свеча ҡалдыра.
Шәфҡәт туташы сығып китеү менән, русса ла бик яҡшы белмәгәс, бабай барыһын да онота.
Шулай булһа ла, дарыуҙарҙы эскәндән һуң, свечаны әйләндереп - әйләндереп ҡарай ҙа, был кәнфитте һурырға ҡушты шикелле ,тип уйлап ауыҙына ала.....
Иртә менән доктор ауырыуҙарҙың хәлен белергә бабай янына килә.
– Ну, бабай, нисек йоҡланың? Хәлдәрең нисек?–-тип һорай.
– Ҡыҙым, теге кәнфитеңде башҡа бирмә инде! Ашай алмайым мин уны! Ауыҙ эсендә күперә лә китә, һис кенә лә йотоп булмай, – тип зарлана икән.
Зөлфиә РАХМАНҒОЛОВА.