Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Апреля 2024, 17:22

Муттар Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын алдай...

Был турала Ирина Волк хәбәр итте. Уның һүҙҙәренсә, енәйәтселәр Еңеүҙең 79 йыллығы алдынан бер тапҡыр бирелә торған 50 меңдән 300 мең һумға тиклем аҡса бирергә вәғәҙә итә.

Муттар Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын алдай...Муттар Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын алдай...
Муттар Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын алдай...

Енәйәтселәр үҙ ҡорбандарына "комиссия" түләргә һәм банк мәғлүмәттәрен индерергә тәҡдим итә, һуңынан ветерандарҙың иҫәптәренән бөтә аҡсаларҙы күсереп ала. "Өлкән йәштәге туғандарығыҙ менән һөйләшегеҙ, уларҙы иҫкәртегеҙ. Ололарҙы муттарҙың шылтыратыуҙарынан һәм саҡырылмаған ҡунаҡтарҙан һаҡлау өсөн бөтә кәрәкле сараларҙы күрегеҙ. Бер нәмә лә һәм бер кем дә беҙҙең байрамды боҙмаһын", - тип өҫтәне Волк.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас