«Илама, әсәй…»
– «Һаумы әле, улым! Һиңә бер үтенесем бар. Рәмзис һәм миңә арнап йыр яҙа алмаҫһыңмы?» — тип күҙ йәштәре аша мөрәжәғәт итте СВО-ла башын һалған Рәмзис дуҫымдың әсәһе Рәмилә әбей. Рәмзис класташым менән бала, үҫмер саҡтар бергә үтте. Йыр яҙылып бөтөүгә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Рәмилә әбей кисергән ауыр ҡайғыларынан үҙе лә яҡты донъялар менән хушлашты. Бик йәл… Был йырым Рәмилә әбейгә һәм улы, класташым Рәмзискә арнала. Һәм яуҙа һәләк булған, ғәзиз балаларын, улдарын юғалтҡан барлыҡ әсәләргә бағышлана, – тип яҙа Илнур Лоҡманов.