"Триколор" компанияһына иҫ киткес приз өсөн рәхмәт, - тип ҡыуанысы менән уртаҡлаша егеттәр. - "Триколор" милли юлдаш компанияһы беҙҙең проект тураһында документаль фильм төшөрәсәк, ул Федераль каналдарҙа күрһәтеләсәк. Тарихта ҡалырға теләйһегеҙме?! Барығыҙҙы ла "Олотау йыйыны"ның VI йыллыҡ традицион фестивалендә көтәбеҙ.
"Олотау йыйыны" еңеү артынан еңеү яулай, артабан да уңыштар юлдаш булһын! Ҡотлайбыҙ! Афарин, башҡорттар! Сәләмәт йәшәү рәүешенә, футболға, ауыл футболсыларына - дан!
Фото: https://vk.com/fckutuevo