Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Апрель , 11:00

Үәт, ҡамы-ыр, исмаһам!

Уңған хужабикәнең үҙенә генә хас универсаль ҡамыр рецепты була. Түбәндәгесә лә эшләп ҡарағыҙ, бәлки, тап һеҙҙеңсәлер.

Үәт, ҡамы-ыр, исмаһам!
Үәт, ҡамы-ыр, исмаһам!

Был ҡамырҙан һәр ризыҡ та уңа. Ҡалас булһынмы, пирожкимы, итлеме, татлымы, тигәндәй.

500 г он, бер йомортҡа, 250 мл йылы һөт, алты ҡалаҡ үҫемлек майы, бер ҡап ҡоро сүпрә, бер балғалаҡ тоҙ һәм ике ҡалаҡ шәкәр генә кәрәк.

Һауытҡа йомортҡа һытырға ла, уға тоҙ, шәкәр, үҫемлек майы, һөт ҡушып, болғарға. Артабан сүпрә һалып, яҡшылап бутарға. Әҙ-әҙләп он ҡушып, ҡамыр баҫырға. Әйткәндәй, иң тәүҙә 250 г ондо ҡушырға ла, һуңынан ҡалғанын әҙләп һалырға була.

Ҡамыр ҡулға йәбешмәй башлаһа, он өҫтәмәгеҙ (тороп ҡалһа ла), ти рецепты биреүсе. Ҡамырҙы миксер менән болғарға ла мөмкин.

Духовканы ҡыҙҙырып (ныҡ эҫетмәгеҙ, әлбиттә) һүндерергә. Ҡамырҙы түңәрәкләп әүәләп, таҫтамал менән ябырға ла, шул йылы духовкаға ултыртып торорға. 20 - 30 минутта ҡамыр яҡшы ғына ҡабарасаҡ. Унан һуң, йәнегеҙ теләгән нәмәне бешерергә була.

Тәмле булһын!

Пы. Сы. Был рецепты шәхсән тикшереп ҡараманыҡ әле)))

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: