Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Апрель , 12:30

Селәүсен йыйырға киткән дә, ҡайтмаған...

21 йәшлек ҡыҙы атаһына балыҡ ҡармаҡлау өсөн селәү алып ҡайтмаҡсы булған. Тик... уны иртәгәһенә соҡорҙа тапҡандар.

Селәүсен йыйырға киткән дә, ҡайтмаған...
Селәүсен йыйырға киткән дә, ҡайтмаған...

Пермь өлкәһенең Яйва ҡасабаһында булған хәл. Александра Шелунцованы үлтереүҙә 15 йәшлек үҫмер шик аҫтына алынған.

Мәрхүмә ҡыҙҙың әхирәте һөйләүенсә, Саша ул малай менән таныш булған, шуға ла, бәлки, селәүсен эҙләргә бергә барғандыр. Хәҙер енәйәтсе үҙе әйтмәйенсә, үлем сәбәбен берәү ҙә белә алмаясаҡ. Ә Александраны кемдер (кемдәрҙер) быуып үлтергән дә, кәүҙәһен соҡорға ташлаған. 

Сашаның ире, балаһы булған. Уның юғалыуы тураһында тап ире хәбәр иткән дә. Тәүҙә йәш ир ҡатыны әсәләрендә икән тип уйлаған. Башта шулай булған да. Хатта бәләкәс балаһы ла, Саша селәү эҙләргә киткәндә, өләсәһе менән ҡалған... 

Әле тикшереү дауам итә.

Хатта танышың менән дә ҡайҙалыр барыу ҡурҡыныс...

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: